- Бигерәк тә беҙ, бәләкәстәр менән, "Тирмәкәй" рубрикаһын көтөп алабыҙ. Баҡсаға йөрөүселәр йәштәштәренең ижады, һүрәттәре менән таныша, үҙҙәре лә улар кеүек булырға тырыша башлайҙар", - ти Өфөнөң 166-сы балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Айгөл Фәнис ҡыҙы Гәрәева. Ул 2020 йылдың икенсе ярты йыллығына "Йәншишмә"гә яҙылды. Афарин! Һеҙҙән балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүсе кескәйҙәр тормошо тураһында яңылыҡтар, уларҙың һүрәттәрен көтөп ҡалабыҙ.