Бына әле бер көндө Баймаҡ ҡалаһының 4-се лицейында иң-иңдәргә бөтә һаҡланыу сараларын боҙмай ғына бүләктәрен тапшырып ҡайттыҡ. Әлбиттә, барырға күптән йыйына инек. Бынау коронавирус арҡаһында юлыбыҙ төшмәй торҙо.
Баймаҡта иң беренсе Йәнгүзәл Зәйнуллина менән Азалиә Нарынбаеваны тиҙерәк күргебеҙ килде. Уларға гәзитебеҙҙең «Йәш хәбәрсе» танытмаһын тапшырырға кәрәк ине. Икеһе лә шәп, һоҡланғыс ҡыҙҙар! Йәнгүзәл 4-се лицейҙа VIII синыфты гел «бишле»гә генә тамамлаған. Быйылғы уҡыу йылында башҡорт, урыҫ телдәренән һәм әҙәбиәтенән олимпиадала район, республика буйынса призёр, еңеүсе булған. Үҙе оҫта бейеүсе лә. Хатта «Тыпырҙаҡ» бейеүе менән Бөтә Рәсәй конкурсында ла беренсе урын алып һөйөнгән. Ул «Сулпылар» бейеү студияһында шөғөлләнә. Оҫталыҡ серҙәренә Лилиә Ғәзизйән ҡыҙы Йәрмөхәмәтова өйрәтә икән.
– Йәйге ялымды Айгүзәл һеңлем менән үҙебеҙҙең райондың Өмөтбай ауылында олатайым һәм өләсәйем, ҡартатайым һәм ҡартәсәйем яндарында үткәрергә йыйынам, – ти Йәнгүзәл. – Уларға баҡсала, өй эштәрендә ярҙам итәсәкбеҙ. Бәпкә лә ҡарашабыҙ. Буш ваҡытымда китаптар, «Йәншишмә»не уҡыясаҡмын.
Азалиә Нарынбаева Билал мәктәбендә XI синыфҡа күсте. Алдағы уҡыу йылы уның өсөн иң яуаплыһы буласаҡ инде. Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырыуҙар көтә. Азалиә уҡыуҙа ла, төрлө бәйгеләрҙә лә һынатмай. Быйыл башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән төбәк-ара олимпиадала призёр булды. Бының өсөн яратҡан уҡытыусыһы Зимфира Фазлиәхмәт ҡыҙы Ғүмәроваға рәхмәтле.
– Минең каникулым тыуған ауылым Күгиҙелдә уҙасаҡ. Бәйләргә, сигергә, бешеренергә яратам. Әсәйем менән баҡсала сәскә үҫтерәбеҙ. «Йәншишмә» гәзите үткәргән «Минең өс айым» конкурсында ла ҡатнашырға теләйем, – тип оҙатып ҡалды ул беҙҙе.
Йәнгүзәл дә, Азалиә лә «Йәш хәбәрсе» танытмаһын алғас, ныҡ ҡыуанды. Тағы ла әүҙемерәк яҙышырға, бәйгеләрҙә ҡатнашырға теләүҙәрен белдерҙе улар. Бик хуп, ҡыҙҙар, беҙ һеҙҙән ҡыҙыҡлы хаттар көтөп ҡалабыҙ.
Баймаҡтар 2020 йылдың тәүге яртыһында «Йәншишмә»гә – синыф менән!» акцияһына ла дәррәү ҡушылды. Кәрешкә мәктәбенең VI, VIII синыф уҡыусылары (етәкселәре – Яңылбикә Рауил ҡыҙы Вәлишина), Билал мәктәбенең IV синыфы (Флүрә Рафаэль ҡыҙы Яруллина), Сыңғыҙ мәктәбенең IV синыфы (Фәниә Йосоп ҡыҙы Шахморатова) һәм ҡалалағы 4-се лицейҙың III «Б» синыфы (Зөбәйҙә Әүхәҙи ҡыҙы Тойғонова) беҙҙе шатландырҙы. Был әүҙем синыфтарға редакцияның Почёт грамотаһын, бүләктәрҙе тапшырҙыҡ. Хөрмәтле Фәниә Йосоп ҡыҙы, һеҙгә тигәнен үҙебеҙ индереп сығырбыҙ. Оноттолар беҙҙе, тип уйлай күрмәгеҙ. Ваҡытында тапшыра алмағанға ғәфү үтенәбеҙ. Дуҫтар булып ҡалайыҡ. Рәхмәт һеҙгә!
Юлы ыңғайы Әбйәлил районының Ҡаҙмаш ауылында ла булып киттек. Беҙҙе унда йәш хәбәрсебеҙ Заһиҙә Рәжәпова ҡаршы алды. Ә ул гәзитебеҙҙең иң ҙур бүләген – Ғәбиҙулла Зарипов исемендәге премияны көтә ине. Мәктәптә түгел, өйҙәренә барып тапшырҙыҡ. Бик һәләтле ҡыҙ! Районда, республикала ниндәй генә бәйгеләрҙә еңеү яуламай! Уҙған йылда «Йәншишмә»лә иң әүҙем яҙышҡан йәш хәбәрсе булып танылды.
Шуныһын да белдек, Заһиҙә аш-һыуға ла оҫтарып алған икән! Беҙҙе үҙе әҙерләгән тәмлекәстәре менән һыйлап ҡайтарҙы. Һай, уңған да үҙебеҙҙең йәш хәбәрсе!
Заһиҙәгә лә уңыштар теләйбеҙ. Гел шулай һоҡландырып торһон, йәйге ялын матур үткәрһен.
Бер күрешеү – үҙе бер ғүмер, тигәндәй, мәктәптәргә беҙҙең юлдар дауам итәсәк. Райондарҙағы дуҫтарыбыҙ һағындырҙы, күңелебеҙ йәнле осрашыуҙар, аралашыуҙар көтә.
Әйткәндәй, Баймаҡ районының Билал ауылына ла инеп сығырға тейеш инек. Мәктәптә булырбыҙ, тигәйнек. Юҡ, килеп сыҡманы. Шулай ҙа барыбер осраштыҡ дуҫтарыбыҙ менән. Китапханасы Райхана Эдуард ҡыҙы Булатова «командаһы» беҙҙе юл буйында көтөп торған. Уларға ла бүләгебеҙҙе ҡалдырып, иҫтәлеккә фотоға төшөргә лә өлгөрҙөк.
М. СӘЙЕТОВ.
Өфө – Әбйәлил – Баймаҡ.