+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Бөртөкләп йыйыла алтын

Әле 2020 йылдың икенсе яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу осоро тамамланып тора. Йәшерен-батырын түгел, коронавирус бәләһе подпискаға ла ҡамасауланы. Белем усаҡтары менән бәйләнеш өҙөлдө, уҡыусылар менән ихлас осрашыуҙар сикләнде.

Шулай ҙа бар мөмкинлектәрҙе фай­ҙаланырға тырыштыҡ. Бигерәк тә «Йәншишмә»нең бер төркөм элекке йәш хәбәрселәре, ҡайһы бер мәктәп директор­ҙары, уҡытыусылар һәм дә тоғро дуҫтарыбыҙ ихлас ярҙам ҡулы һуҙҙы. Хәлдәренән килгәнсе аҡса йыйып, ауыр хәлле күп балалы ғаиләләргә, инвалид балаларға гәзит яҙҙыртты. Ҡылған изгелектәре үҙҙәренә меңләтә әйләнеп ҡайтһын!

Бына кемдәргә беҙ бөгөн рәхмәт әйтәбеҙ: элекке мөхәрриребеҙ Ғималетдин Минһажетдин улы ЯРУЛЛИН, Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы ЮНЫСОВА, күренекле яҙыусылар Ринат Әлтәф улы КАМАЛОВ, Факил Сәлих улы МЫР­ҘАҠАЕВ, Башҡортостан Республикаһы Башлығының өлкән референты Алмас Рауил улы ШАММАСОВ, Башҡорт дәүләт университетының һанлы иҡтисад һәм коммуникациялар кафедраһының өлкән уҡытыусыһы Урания Спартак ҡыҙы ШАММАСОВА, Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, шағирә Зөлфиә Миңдебай ҡыҙы ХАННАНОВА, Өфө ҡалаһының «Башбланк­издат» асыҡ акционер­ҙар йәмғиәте директоры Гөлсәсәк Ҡадир ҡыҙы ӘЛИБАЕВА, Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Ҡурай» каналы һәм күңел асыу тапшырыуҙары редакцияһының етәксеһе Рита Ришат ҡыҙы ӨМӨТБАЕВА, Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институтының милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге баш белгесе Алита Даян ҡыҙы ЛОҠМАНОВА, декрет ялында ултырыусы Алина Даян ҡыҙы ХӘЛИЛОВА, Туймазы районының Бишҡурай ауылынан Ләлә Фәнүр ҡыҙы АБЗАЛОВА һәм ҡаланың 6-сы мәктәп уҡытыусыһы Гөлмирә Йәмил ҡыҙы БИКБУЛАТОВА, Баймаҡтағы 4-се лицейҙа директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Гөлшат Рим ҡыҙы БАЙДӘҮЛӘТОВА, Сибай­ҙағы интернат-гимназиянан Данил Рәшит улы ӘБДЕЛ­ҒАЗИН, Ҡыйғы районының Алағуҙ ауылынан Илһам Ғәлимйән улы ЛАТИПОВ, Бишбүләк районының Ҡаныҡай ауылынан Сөмбөл Алламорат ҡыҙы ӘСФӘНДИӘРОВА, Дүртөйлөләге Назар Нәжми исемендәге башҡорт гимназияһы директоры Гөлшат Нәбиулла ҡыҙы ХӨСӘЙЕНОВА, Ғафури районының Красноусол башҡорт интернат-гимназияһы директоры Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы МОНАСИПОВА һәм уҡытыусыһы Гөлшат Әкрәм ҡыҙы ВӘ­ЛИЕВА, Өфө ҡалаһының 95-се мәктәп директоры Әлимә Дамир ҡыҙы САЛАУАТОВА, 27-се мәктәп директоры Рәмилә Салауат ҡыҙы РӘХИМОВА, 20-се башҡорт гимназияһы уҡытыусылары Айгөл Абдулнафиҡ ҡыҙы КӘЛИЕВА, Лариса Фәрүәз ҡыҙы МОРТАЗИНА, Диана Дияс ҡыҙы ЗАКИРОВА, Зөһрә Ильяс ҡыҙы ҠАЗЫХАНОВА, Ишембай ҡалаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт интернат-гимназияһы тәрбиәсеһе Фәүриә Алтынтимер ҡыҙы ЙӘЛИЛОВА һәм Хәйбулла районының Мәмбәт ауылынан Фәрзәнә Ғәлимйән ҡыҙы ҠӘЙЕПОВАларға. Уларҙан башҡалар ҙа өлгө алһын ине. Әйҙәгеҙ, балаларыбыҙҙы шулай ҡыуандырып торайыҡ! Балалар өсөн башҡорт телендә сыҡҡан берҙән-бер гәзитебеҙҙе бергәләп һаҡлап ҡалайыҡсы!
Читайте нас: