"Йәншишмә" гәзитен ғаиләбеҙ менән рәхәтләнеп уҡыйбыҙ. Баҫма бик оҡшай. Бигерәк тә үҙем ҡыуанынып бөтә алмайым. Аҙнаға бер тапҡыр сыға гәзит. Хәҙер почта килгәнен түҙемһеҙләнеп көтәм. Беҙгә "Йәншишмә"гә подписка бүләк иткән өсөн яҙыусы Фәрзәнә инәй Аҡбулатоваға ҙур рәхмәт әйтәбеҙ. Һаулыҡ теләйбеҙ, гел уңыштар юлдаш булһын уға", – тип хат яҙған.