+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
14 Август 2020, 16:02

Әйҙәгеҙ, алдан яҙылып ҡуяйыҡ!

Ҡәҙерле дуҫтар! Гәзит-журналдарға яҙылыу туҡталғаны ла юҡ. Йыл буйына дауам итә ул. 1 июлдән 2021 йылдың тәүге яртыһына алдан яҙылыу иғлан ителде. Был акция 31 авгусҡа тиклем барасаҡ.

Шуныһы шәп: «Йәншишмә»гә ташламалы хаҡ менән яҙылып ҡалырға мөмкин. Әйҙәгеҙ, йәйге мәшәҡәттәр күп булыуға ҡарамаҫтан, гәзитебеҙгә арзан хаҡҡа яҙылып ҡуяйыҡ.

Ә кемдәр 2020 йылдың икенсе яртыһына яҙылырға онотҡан, һеҙгә шуны еткерәбеҙ: әле лә һуң түгел. Әгәр 20 авгусҡа тиклем өлгөрһәгеҙ, «Йәншишмә» өйөгөҙгә сентябрҙән килә башлар.

2020 йылдың ҡалған дүрт айына яҙылыу хаҡы – 342 һум 80 тин,
2021 йылдың тәүге яртыһына – 505 һум 56 тин. Индексы – П2765.

Читайте нас: