+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
12 Сентябрь 2020, 14:17

Яңы уҡыу йылын – «Йәншишмә» менән!

Ҡәҙерле дуҫтар, һеҙҙе яңы уҡыу йы­лы башланыу менән ҡотлайбыҙ. Нисек, мәктәп һағындырғайнымы? Беҙ ҙә һеҙ­ҙең менән осрашыуҙарҙы ашҡынып көтәбеҙ. Тиҙерәк бөтһөн инде ҡороғорвирус.

1 сентябрҙән мәктәптәрҙә уҡыуҙар ғына түгел, 2021 йылға гәзит-журналдарға яҙылыу ҙа башланды. Әйҙәгеҙ, быйылғы уҡыу йылын да «Йәншишмә» менән бергә үткәрәйек!

Шуныһы яҡшы: беҙҙең гәзиткә бер йылға ла яҙылырға була. Улай отошлораҡ! Бер яҙылаһың да аҙаҡ йыл буйына мәшәҡәтләнмәйһең.

«Йәншишмә»гә өйҙән сыҡмай ғына ла яҙылырға була. Бының өсөн https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/1055/ һылтанмаһына инегеҙ.

Әгәр ҙә гәзитебеҙҙең электрон версия­һын һайлаһағыҙ, уның хаҡы күпкә ар­заныраҡ: ни бары 318 һум ғына. Ул сағында «Йәншишмә»нең һәр һаны PDF форматында электрон почтағыҙға киләсәк.

Гәзиттең ҡағыҙҙа баҫылғанына «Рәсәй почтаһы»ның сайты аша ла яҙылыу мөмкинлеге бар. Был осраҡта https://podpiska.pochta.ru/press/П2765 һылтанманһына инергә кәрәк.

«Йәншишмә»гә бер айға яҙылыу ха­ҡы – 85 һум 70 тин, ярты йылға – 537 һум 36 тин. Индексы – П2765.
Бер йылға – 1 005 һум 74 тин. Индексы – П3371.

Ә кемдәр 2020 йылдың икенсе яртыһына яҙылырға онотҡан, һеҙгә шуны еткерәбеҙ: әле лә һуң түгел. Әгәр 20 сентябргә тиклем өлгөрһәгеҙ, «Йәншишмә» өйөгөҙгә октябрҙән килә башлар.

Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ, дуҫтар!
Читайте нас: