+2 °С
Болотло
Telegram
Тестар
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
9 Октябрь 2020, 16:03
«Йәншишмә»һеҙ беҙгә күңелһеҙ!
«Йәншишмә» гәзите – беҙҙең китап уҡыусыларыбыҙҙың иң яратҡан баҫмаһы.
Ул үҙенең эсенә ниҙәр генә тупламаған: әкиәттәр, шиғырҙар, һүрәттәр, кроссворд, «Серле шаҡмаҡтар», төрлө башватҡыс уйындар...
Шуның өсөн дә 47-се моделле балалар китапханаһы йыл һайын балалар һәм үҫмерҙәр гәзитенә яҙыла. Беҙҙең китап һөйөүсе йәш дуҫтарыбыҙ уны яратып уҡый. Бигерәк тә 122-се башҡорт гимназияһы уҡыусылары «Йәншишмә» менән ҡыҙыҡһына. Ә ҡайһы берҙәре үҙҙәре лә өйгә яҙыла. Улар гәзиттән дәрескә кәрәкле өҫтәмә материалдар ҙа ала.
Дуҫтарым, «Йәншишмә»не һеҙ ҙә уҡығыҙ! Ҡыҙыҡлы гәзит бит ул!
Лилиә ФӘТХУЛЛИНА, китапханасы.
Өфө ҡалаһы.
Читайте нас в