Тап шундайҙар беҙҙең белем усағының алтынсы синыфында уҡый ҙа инде. Мәктәбебеҙҙәге бер генә сара ла уларһыҙ үтмәй. Һәр береһе ниндәйҙер бер һәләткә эйә. Сәхнәгә сыҡһалар, дер һелкетеп бейеп төшәләр.
Һигеҙ баланың етеһе тик «дүртле» һәм «бишле» билдәләренә генә өлгәшә. Үҙ-ара татыу, берҙәмдәр. Буш ваҡытта бергәләп шашка, шахмат уйнайҙар, дәрес әҙерләйҙәр. Малайҙар ҙа, ҡыҙҙар ҙа башҡорт бейеүҙәрен бик теләп өйрәнә. Уңыштары ла етерлек. Алты малай Булат Ильясов етәкселегендә мәктәптә оҙаҡ йылдар эшләп килгән милли көрәш секцияһында шөғөлләнә, ярыштарға ла йөрөй. Алмаз Рәхмәтуллин, Эмиль Назаров, Искәндәр Заһитов, Байрас Вәлитов, Арыҫлан Исхаҡов күп тапҡыр чемпион булып та өлгөрҙө инде. Йүгереү буйынса ла мәктәп данын шул егеттәр яҡлай. Улар араһында гел «бишле»гә генә уҡыған Алмаз Таһиров та бар. Район һәм республика кимәлендә үткәрелгән төрлө ижади эштәр конкурсында һәм фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашып торалар. Мәҫәлән, бик талантлы ҡыҙыбыҙ Ангелина Ибраҡова һәр ваҡыт яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Шулай уҡ шиғыр бәйгеләрендә, мәшһүр яҡташыбыҙ, яратҡан шағирыбыҙ Рәшит Назаровҡа арналған сараларҙа ла ихлас сығыш яһайҙар. Был яҡтан Лиана Иҙрисова, Ангелина Ибраҡова, Эмиль Назаров, Алмаз Таһиров һынатмай.
Тәрбиәле, әүҙем булыуҙары ғаиләләренән килә. Уҡыусыларымдың ата-әсәләре синыф мәнфәғәттәрен һәр ваҡыт беренсе урынға ҡуя, ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер тора, уларға ҙур рәхмәтемде белдерәм.
«Бөтә синыф менән «Йәншишмә»гә» акцияһын балалар ҙа, ололар ҙа дәррәү күтәреп алды. Май айында (ул ваҡытта бишенселә инеләр) уҡыусылар ҙур түҙемһеҙлек менән иҫ киткес шәп гәзиттең беренсе һанын тулҡынланып ҡулдарына алды. Ниндәй бай йөкмәткеле, сағыу биҙәлешле, күп мәғлүмәтле ул беҙҙен йән дуҫыбыҙға әүерелгән «Йәншишмә»! Ысын мәғәнәһендә йән өрөүсе, рухи байлыҡ шишмәһе булған гәзит йәмғиәтебеҙ ҡатмарлы осор кисергәндә өр-яңы дуҫтарына тиҫтерҙәре, мәктәп тормошо, тәбиғәт, ғәжәп хәлдәр тураһында күп мәғлүмәт бирҙе, күңелдәрен йылытты, ижадҡа дәртләндерҙе.