+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
13 Ноябрь 2020, 16:24

"Йәншишмә"һеҙ ҡалып ҡуймайыҡ!

Ҡәҙерле атай-әсәйҙәр, хөрмәтле олатай-өләсәйҙәр, милләттәштәр! 2021 йылдың беренсе яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыу дауам итә. Шуныһы яҡшы: «Йәншишмә»­гә бер йылға ла яҙылырға була. Улай отошлораҡ та! Бер яҙылаһың да аҙаҡ йыл буйына мәшәҡәтләнмәйһең. Арзаныраҡ та килеп сыға.

Белеүегеҙсә, гәзитебеҙгә хәҙер өйҙән сыҡмай ғына ла яҙылырға мөмкин. Бының өсөн https://podpiska.pochta.ru/press/П2765 һылтанмаһына инергә кәрәк.
Ә «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йортоноң сайты аша гәзитебеҙҙең ҡағыҙҙа баҫыла торғанынан тыш, электрон төрөнә лә яҙылырға була. Хаҡы – ни бары 330 һум ғына. Ул сағында «Йәншишмә»нең һәр һаны PDF форматында электрон почтағыҙға киләсәк. Һылтанмаһы: https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/1055/.
Матбуғат менән гаджет аша танышырға яратыусылар өсөн дә яҙылыу ысулы бар.
Смартфонығыҙға RBSMI тигән мобиль ҡушымта ҡуйығыҙ.
Android өсөн:
Apple өсөн:
Смартфон йә планшет аша 140 баҫма араһынан үҙегеҙ яҙылырға теләгәндәрен һайлағыҙ.
Шул уҡ ҡушымта аша подписканы рәсмиләштереп, аҡсаһын күсерегеҙ.
Яратҡан гәзит-журналдарығыҙҙы смартфонда йә планшетта рәхәтләнеп уҡый аласаҡһығыҙ.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәлдәр шәптән түгел. Һуңғы килгән мәғлүмәттәргә ҡарағанда, «Йәншишмә»гә яҙылыусылар һаман да бик аҙ әле. Был беҙҙе ныҡ аптырата, борсой.
Әйҙәгеҙ, балаларыбыҙҙы яратҡан гәзиттәренән мәхрүм итмәйексе. Ҡыҙҙарыбыҙ, улдарыбыҙ «Йәншишмә»­не уҡып үҫһен ине.

Гәзиткә бер айға яҙылыу хаҡы – 85 һум 70 тин, ярты йылға – 537 һум 36 тин. Индексы – П2765.

Бер йылға – 1005 һум 74 тин. Индексы – П3371.
Читайте нас: