+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
24 Ноябрь 2020, 14:18

Өлгө алайыҡ, милләттәштәр!

Ҡайҙа ғына таралмаған башҡорттар. Екатеринбург ҡалаһында ла күп беҙҙең милләттәштәр. Шуларҙың береһе – Рәйлә Ғүмәр ҡыҙы Баязитова, хаҡлы ялдағы балалар табибы. Ситтә йәшәһә лә, күңеле менән тыуған яғында ул. Телен, халҡын онотмай.

Бына әле бер изгелек эшләне. Хәйбулла районында йәшәгән туғандарына ике дана «Йәншишмә» гәзитен яҙҙырҙы! Рәхмәт, Рәйлә апай!
Беҙ бүтән милләттәштәребеҙҙең унан өлгө алыуҙарын теләйбеҙ. Әйҙәгеҙ, үҙебеҙҙең башҡорт балаларына ярҙам итәйексе, улар башҡорт телендә сыҡҡан берҙән-бер балалар гәзитен уҡып үҫһен ине.
Гәзитебеҙгә яҙылыусылар араһында «Яҙыл да бүләк от!» уйынын башлайбыҙ. Ә бүләктәр шәп, төп приз – 21 тиҙлекле «Rush Hour» велосипеды! Тағы ла «Samsung» саң һурҙырғысы, «Mystery» мультивар­каһы уйнатыласаҡ. Бүләктәр әҙер.

Уйында ҡатнашыу өсөн «Йәншишмә»гә 2021 йылға кәмендә 6 айға яҙы­лып, квитанцияғыҙҙың күсермәһен ошонда ҡуйығыҙ йә редакцияның электрон почтаһына ебәрегеҙ. Адресы: [email protected]. Әйҙәгеҙ, әүҙеме­рәк булайыҡ!

Гәзиткә ярты йылға яҙылыу хаҡы – 537 һум 36 тин. Индексы – П2765.
Бер йылға – 1005 һум 74 тин. Индексы – П3371.

Читайте нас: