Онлайн-осрашыуҙы директорҙың уҡыу-уҡытыу буйынса урынбаҫары Айгөл Альфред ҡыҙы Ғәлиева башлап ебәрҙе. Шулай уҡ директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Ләйсән Имаметдин ҡыҙы Мурзаева, уҡытыусылар – Регина Рәдис ҡыҙы Ғәләүетдинова, Гүзәл Фидрат ҡыҙы Мәғдәнурова, Ләйсән Шәмсиәхмәт ҡыҙы Шишова, Лилиә Фәнис ҡыҙы Ҡашҡарова башҡарған эштәре, уҡыусыларҙың яратып уҡыған “Йәншишмә” гәзите һәм төрлө үткәрелгән саралар хаҡында ҡыҙыҡлы итеп һөйләне. Ошондай шәп, әүҙем уҡытыусыларҙы туплаған мәктәп директоры Булат Юрьевич Килмәтов маҡтауға лайыҡ.
Осрашыу бик ихлас булды. Беҙгә, редакция хеҙмәткәрҙәренә, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын да бирҙеләр. Киләһе йылға гәзиткә яҙылыу эшен дә башлағандар. Хатта уҡытыусылар араһында “Йәншишмә”гә яҙылыу эстафетаһын ойоштороп ебәргәндәр. Әле дауам итә. Афарин! Ысын дуҫтар шундай була инде. Барығыҙға ла һаулыҡ, уңыштар теләйбеҙ! Исмаилдар менән тағы ла осрашырға яҙһын!