+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
10 Декабрь 2020, 17:12

Бүләккә - "Йәншишмә"

"Яҡташтарым минең кеүек "Йәншишмә"не яратып уҡығас, уларға тағы ла подписка бүләк итергә булдым", - ти тележурналист, БСТ телеканалының Мәғлүмәт программалары баш редакцияһының баш белгесе, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Гөлдәриә Йосопова.

"Бала-Сытырман ауыл китапханаһы мөдире Лилиә Марат ҡыҙы Зөбәйерова уҡыусыларҙа ваҡытлы матбуғатҡа, китапҡа һөйөү тәрбиәләүгә күп көс һала. Улар өсөн яратҡан китаптарына арналған ҡыҙыҡлы конкурстар ойоштора. Бығаса яҙҙырған "Йәншишмә" гәзитен дә күмәкләп уҡыйҙар. Лилиә Марат ҡыҙы балаларҙы ата-әсәләре, өләсәй-олатайҙары менән бергә китапханаға саҡырып, гәзит уҡыу көндәре лә ойоштора. Уларҙың фотоларын бәйләнештә сайтындағы төркөмдәренә лә ҡуя бара".
Гөлдәриә Йосопова (Вәлишина) тыуған яғы Фёдоровка районы Бала-Сытырман мәктәбендә белем алғанда "Башҡортостан пионеры" гәзитенә әүҙем яҙышып, уның йәш хәбәрсеһе исеменә лайыҡ булғайны. Танылған журналист һаман да яратҡан гәзитенең тоғро дуҫы булып ҡала. Рәхмәт!
Читайте нас: