+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
17 Декабрь 2020, 21:33

Ағинәйҙәр "Йәншишмә" бүләк итте

Уҡыусы сағымда өйөбөҙгә "Башҡортостан пионеры" гәзите, "Пионер", хатта татарса "Ялҡын" журналы ла килә торғайны. Өлкәндәр шулай балаларҙы гәзитле итергә тейештер ул. Бына әле Бөрйән районы Берәтәк ауылы ағинәйҙәре лә ейән-ейәнсәрҙәренә 2021 йылдың тәүге яртыһына "Йәншишмә"гә подписка бүләк итте.

Ауылдың ағинәйҙәр клубы етәксеһе Фәнүзә Ғөбәйҙуллина, Әлфиә Ниғмәтуллина, Миңзәлә Ситдиҡова, Камила Уразаева, Миләүшә Хәблетдинова, Сәғиҙә Ғималетдинова, Рәйлә Ғөбәйҙуллина һәм башҡа апайҙарға афариндан башҡа ни әйтәһең?! Милли матбуғатты таратыуға индергән өлөштәре өсөн рәхмәт уларға.
Ағинәйҙәр йәштәргә һәм балаларға өлгө булып тора, боронғо йолаларыбыҙҙы тергеҙеү буйынса күп эш башҡаралар. Уларҙың ҡул эштәре лә күҙҙең яуын ала. Бигерәк тә ауыл мәҙәниәт йортондағы күмәкләп үҙ ҡулдары менән сиккән Башҡортостан картаһына барыһы ла һоҡланып ҡарай. Селтәр, сергетыш, ҡорама, кейеҙҙәре лә бик матур килеп сыға. Балалар баҡсаһы, мәктәп менән тығыҙ бәйләнештә йәшәй ағинәйҙәр.
Ә "Йәншишмә" гәзитендә балалар өсөн әҙәби әҫәрҙәр, хикәйә, әкиәттәрҙең күберәк баҫылыуын теләйҙәр.
Читайте нас: