+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
18 Декабрь 2020, 02:20

Гәзит-бүләк Хәйбулла яҡтарына юллана

Башҡортостан уҡытыусылары ярҙамы менән гәзитебеҙгә яҙылыу эстафетаһы ҡыҙғандан-ҡыҙа бара. Был акцияға, уҡытыусыларҙан тыш, башҡа өлкәлә эшләгән, матбуғат яҙмышына битараф булмағандар ҙа ихлас ҡушыла. Шундайҙарҙың береһе - "Башҡортостан" киностудияһының билдәле режиссёры Айнур Юлай улы Асҡаров!

Ул Хәйбулла районында йәшәгән күп балалы ике ғаиләгә гәзит - бүләк эшләгән. Афарин! Тиҙҙән ошо балаларҙың өйҙәренә “Йәншишмә” килә башлаһа, эй, шатланырҙар инде!
Айнур Юлай улы, һеҙгә ҙур рәхмәт!
Читайте нас: