-5 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
18 Декабрь 2020, 14:28

Ил бәхете, тел яҙмышы - уҡытыусы биргән белемдә!

Тел – аралашыу, аңлашыу сараһы ғына түгел, ул, иң беренсе нәүбәттә, милләттең рухи байлығы, меңдәрсә йыллыҡ тәжрибәһен йыйған бөтмәҫ хазина. Әҙип Мәүлит Ямалетдинов: «Ерҙә һәр тел – ғүмер буйы йыйған бөйөк хазинаһы халыҡтың», – ти бит.

Ҡайһы мәктәпкә барһаҡ та беҙ иң беренсе башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһын күрергә тырышабыҙ. Сөнки улар тел һағында тора, киләсәк быуынға телебеҙҙең матурлығын еткерә. Халҡым, илем тип тырышыусылар ҙа, күптәре «Йәншишмә» гәзитенең дуҫтары ла бит. Бына әле һеҙ Башҡортостаныбыҙҙың төрлө район, ҡаларынан иң әүҙем, иң шәп башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларын күрәһегеҙ. Был исемлек тулы түгел. Тағы ла бар ундай өлгөлө уҡытыусылар. Улар тураһында артабан да яҙып торасаҡбыҙ.
Читайте нас: