"Бөрйән районы Ҡолғана мәктәбенең башланғыс cиныф уҡыусылары Гөлйөҙөм менән Эльмира Рәхмәтуллиналарға «Йәншишмә» гәзитен яҙҙырып, Яңы йылға бүләк яһаным. Гөлйөҙөм дә, Эльмира ла бик тырыштар, яҡшы уҡыйҙар. Ижадҡа ла ынтылыштары ҙур. Гөлйөҙөм шиғырҙар, әкиәттәр ижад итә, Эльмира матур итеп һүрәттәр төшөрә. Бер туған һеңлем Венераның ҡыҙҙары, яратҡан һылыуҙарым улар. Киләсәктә гәзит биттәрендә уларҙың ижад емештәрен күрергә яҙһын, тигән теләгем ҙур. Уларҙың "Йәншишмә" өсөн шатланғанына үҙем дә күктең етенсе ҡатында кеүекмен. Шул тиклем ҡыуандылар.
Минең дә ижадҡа ынтылышым ошо «Йәншишмә» гәзитенән 1979 йылда башланғайны. Әсәйем беҙгә һәр саҡ «Башҡортостан пионеры» гәзитен һәм «Пионер» журналын алдырта торғайны. Үҙе лә беҙҙең менән бергә уҡыны. Төрлө конкурстарында әйҙүкләп ҡатнаштырҙы. Бер чайнвордты сисеп, яуабын яҙып, конверт менән ебәргәйнем. Шул дөрөҫ булды һәм миңә ул мәлдәге «Башҡортостан пионеры» гәзитенән почта аша хат килде. Был минең өсөн оло мәртәбә ине. Ошо ваҡиғаға хәҙер 41 йыл үткән. Уңыштарымда, яратҡан һөнәрем буйынса эшләүемдә, халҡымды яратыуымда, илһөйәрлегемдә, тел һаҡсыһы булыуымда әсәйемдең һәм яратҡан гәзит-журналдарымдың йоғонтоһо бик ҙур икәнен яҡшы беләм. Ҙур рәхмәт!"