+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
23 Декабрь 2020, 16:45

"Йәншишмә"нең йәш хәбәрсеһе бит ул!

Гәзитебеҙҙең элекке йәш хәбәрсеһе Илзирә Ғарифуллина ла яҡташына "Йәншишмә" гәзитенә подписка бүләк иткән.

"Яңы йылдан һәр кем мөғжизә, бүләк көтә бит. Фёдоровка районының Юлдаш ауылынан III синыф уҡыусыһы Рамаҙан Атйетәровҡа "Йәншишмә" гәзитенә киләһе йылдың тәүге яртыһына подписка эшләнем", - ти ул. Рамаҙан ваҡытлы матбуғат менән ҡыҙыҡһына икән. Ҡышын саңғыла, йәйен велосипедта йөрөргә ярата. Уҡыуҙа ла һынатмай, тик «дүртле» һәм «бишле» билдәләренә генә өлгәшә. Математика һәм тәбиғәтте өйрәнеү фәндәрен үҙ итә. Ҡул эштәренә лә маһир.
Элекке йәш хәбәрсебеҙҙең гәзит менән бәйләнеште өҙмәй, уны таратыуҙа үҙ өлөшөн индереүе, һаман да яҙышып, мәктәп, балалар тормошонан мәҡәләләр ебәреп тороуы ҡыуандыра.
Читайте нас: