+28 °С
Облачно
VKOKTelegram
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
6 Апреля 2021, 10:40

Элекке йәш хәбәрсебеҙ Лилиә гәзиткә яҙылды!

Ҡәҙерле дуҫтар, апрелдән гәзит-журналдарға 2021 йылдың икенсе ярты йыллығына яҙылыу башланды. 5-енән 15 апрелгә тиклем гәзит-журналдарға яҙылыу ун көнлөгө лә дауам итә. Изге йолабыҙҙы дауам итеп, "Йәншишмә"гә яҙылыусылар араһында "Яҙыл да бүләк от!" уйынын да башланыҡ. Төп приз – 18 тиҙлекле велосипед!

Шәп! Әле баҫмаға яҙылыу эстафетаһын Бөрйән районының "Ағинәйҙәр"йәмәғәт ойошмаһы ағзаһы Айһылыу Ғарифуллина башлап ебәргәйне. Бөгөн элекке йәш хәбәрсебеҙ, гәзитебеҙҙең тоғро дуҫы Лилиә Айҙар ҡыҙы Нуретдинова "Йәншишмә" гәзитенә яҙылды. Афарин, Лилиә! Уңыштар һиңә!
Читайте нас