+25 °С
Облачно
VKOKTelegram
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
9 Апреля 2021, 06:44

"Йәншишмә"не яратып уҡый

Межгорье ҡалаһы 3-сө мәктәбенең II «А» синыфы уҡыу­сыһы Самира Сәйғәфәрова «дүртле» һәм «бишле» бил­дәләренә генә уҡый.

Уның әү­ҙемлеге һоҡландыра. Мәктәп тормошонда ла ҡайнай, республика буйынса төрлө кон­курс­тар­ҙа ла ҡатнаша. Гел приз­лы урындар яулап, Маҡтау ҡа­ғыҙы менән бүләкләнеп кенә тора үҙе. Һәләтле ҡыҙ һүрәт төшөрөргә лә ярата. Сәнғәт мәктәбенә йөрөй. Һүрәт төшөрөү серҙәрен уҡытыусыһы Виталий Викторович Шаповалов өйрәтә. Остазының дәрестәрен һәр ваҡыт көтөп ала. «Йәш рәс­самдар ижады» конкурсында ла ҡатнашҡаны бар.

Шулай уҡ өлгөр Самира «Киплинг» бейеү түңәрәгенә йөрөргә лә ваҡыт таба. Етәксеһе Регина Илфат ҡыҙы Шакирова өйрәткәнен тиҙ генә отоп алыр­ға тырыша.

Өйҙә ата-әсәһенең ҙур ярҙамсыһы. Ҡустыһы Әмирҙе ҡараша. Әйткәндәй, ул иң беренсе булып үҙе яратҡан «Йәншишмә»гә яҙылды. Баш­ҡалар ҙа Самираға эйәреп, гәзитле булды. Бына шундай шәп ҡыҙ бар Межгорье­ла!

Зөһрә ХӘКИМОВА.
Читайте нас