– Бер дана алдырғанда балалар талашып китә ине. Хәҙер ана икеһенә – берәр гәзит, рәхәтләнеп уҡыйҙар. Ирхан ейәнемә бигерәк тә «Тирмәкәй» махсус битендәге төрлө башватҡыстар оҡшай. Хатта уларҙы сисеп бөтһә, ниңә күп итеп бирмәйҙәр, тип үпкәләп тә ҡуя әле, – тип һөйләй өләсәйҙәре.
Фәүзиә Хәкимйән ҡыҙы үҙе лә бала саҡтан матбуғат баҫмалары менән дуҫ. Әле лә ниндәй генә гәзит-журналдар алдырып уҡымай. Афарин! Үҙе генә уҡып ҡалмай, ейәнсәре менән ейәнен дә өйрәтә. Башҡа өләсәйҙәргә үрнәк инде. Һеҙгә һаулыҡ теләйбеҙ, мул йортоғоҙға гел ошо рухи байлығығыҙ килеп кенә торһон!
Ҡәҙерле олатай-өләсәйҙәр, изге Рамаҙан айында һеҙ ҙә изгелек эшләй алаһығыҙ. Әйҙәгеҙ, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙгә «Йәншишмә»не яҙҙырып, матур бүләк эшләгеҙ әле.