+14 °С
Облачно
VKOKTelegram

Иғтибар! Бүләк отҡан Ландыштың уҡытыусыһы эстафета башлай!

Ҡәҙерле дуҫтар, гәзит-журналдарға 2021 йылдың икенсе ярты йыллығына яҙылыу дауам итә. Рәсәй почталары иртәгә лә эшләйәсәк. Ял көндәрендә лә яҙылырға форсат сығып тора. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, "Йәншишмә" гәзите ойошторған "Яҙыл да бүләк от!" уйыны дауам итә. Төп приз – 18 тиҙлекле велосипед! Башҡа бүләктәр ҙә һеҙҙе көтә. Әле беҙгә гәзитебеҙҙең тоғро дуҫы, мәктәп йылдарында баҫма юлланмаһы менән "Артек" лагерында ял итеү бәхетен татыусы, бөгөн 10 йәш хәбәрсе тәрбиәләгән һәм элекке йәш хәбәрсебеҙ Ләлә Фәнүр ҡыҙы Абзалова (Хәсәнова) гәзиткә яҙылып, квитанцияһын ебәрҙе.

Ул беҙгә:”Ғинуарҙа минең уҡыусым Ландыш Рамаҙанова велосипед отто. Белһәгеҙ икән, нисек уның шатланыуын?! Әле мәктәптә башҡалар ҙа ҙур теләк менән яҙылды һәм тағы яҙыласаҡтар. Оҙаҡламай редакцияға йыйылған квитанция күсермәләрен ебәрәсәкмен. Ғөмүмән, үҙем гәзитте гел дәрестә ҡулланам. Яҙылыу хаҡы ла ҡыйбат түгел. Бай йөкмәткеле берҙән-бер балалар гәзитенә һәр башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы яҙылырға тейеш, тип уйлайым. Ә беҙ, уҡытыусылар, тел һағында тороусылар, бөтәһе ике меңдән ашыубыҙ. Теләһәк, гәзитебеҙҙең тиражын арттыра алабыҙ", – тине баҫманың киләсәген уйлап.
Һай, афарин, Ләлә Фәнүр ҡыҙы! Уңыштар һеҙгә, рәхмәт!
Артабан гәзиткә яҙылыу сылбырын гәзиттең әүҙем дуҫы, Миәкә районының Тамъян-Таймаҫ мәктәбе уҡытыусыһы Гүзәлиә Наил ҡыҙы Йәнтүринаға тапшыра.
Әйҙәгеҙ, барыбыҙ ҙа ҡушылайыҡ!
Читайте нас