+13 °С
Дождь
VKOKTelegram

Ур-а-а, минең яратҡан уҡытыусым...

Миәкә районынан хәбәр килде. Беләһегеҙме, Тамъян-Таймаҫ мәктәбенең II синыф уҡыусыһы ғына ул. Ҡыйыу малай Инсаф Мәхийәнов икән. Шунан балалар гәзит уҡымай, сайт ҡарамай, тип әйтеп ҡара инде. Ул: “Ур-а-а, минең яратҡан уҡытыусым Гүзәлиә Наил ҡыҙы эстафета ҡабул итте.

Остазым гәзитте гел дәрестә ҡуллана. Бергәләп уҡыйбыҙ, ярыша-ярыша ҡарайбыҙ биттәрен. Ныҡ оҡшай. Ана, “Туған тел – ул рухыбыҙ йәншишмәһе” яҙыу эргәһендә генә тора беҙҙең апабыҙ. Гәзитте бар туғандарыма күрһәтәм, маҡтанам”, – тип яҙа. Ҡалай маладис!
Сөбхәналлаһ, шәп уҡыусы үҫеп килә Миәкә яҡтарында. Маҡтауға лайыҡ!
Дуҫтар, һеҙҙең яҡтарҙа бармы ошондай ҡыйыу малайҙар?!
Читайте нас