Май айы – изгелектәр айы. "Йәншишмә"не уҡыу, яҙылыу, тиражын арттырыу ҙа – изге эш. Балаларыбыҙға рухи аҙыҡ хәстәрләү – беҙҙең, уҡытыусыларҙың, мөҡәддәс бурысы, тип уйлайым. Әгәр бөгөн матбуғатҡа һөйөү тәрбиәләмәһәк, киләсәктә телебеҙ ниндәй хәлдә ҡалыр?! Әйҙәгеҙ, дәррәү синыф менән яҙылыу ойошторайыҡ. Бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ, гәзитебеҙҙең тиражын арттырайыҡ! Эстафетаны Илеш районы Ишҡар мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, быйыл "Ал да нур сәс халҡыңа" миҙалына лайыҡ булыусы Гүзәл Мөнәүир ҡыҙы Саҙретдиноваға тапшырам. Әйҙә, "Йәншишмә"беҙгә нур сәс, Гүзәл Мөнәүир ҡыҙы!" – тине гәзитебеҙҙең әүҙем һәм тоғро дуҫы Гүзәлиә Йәнтүрина.