+10 °С
Облачно
VKOKTelegram

"Йәншишмә" гәзите – ул рухыбыҙ йәншишмәһе

Теле барҙың иле бар, типӘйткән һүҙҙәр тора мең алтын.Телең, ерең, динең изге – ошоӨс тағанға таян һин, халҡым!

Тел диңгеҙе мәңге һайыҡмаһын,
Беҙ бит шуның һыуын эсәбеҙ.
Ошо тере һыуҙан илһам алып,
Ваҡыт даръяларын кисәбеҙ...
Эйе, халыҡты халыҡ итеп тотоп торған өс тағандың береһе һәм берәйгәйлеһе ул туған тел. Өс таған таймаҫ һәм ныҡлы булғанда ғына алға барасаҡбыҙ, киләсәгебеҙ ышаныслы буласаҡ. Тимәк, беҙ милли матбуғатты ла уҡырға һәм таратырға бурыслыбыҙ,– тип әйтте күренекле башҡорт яҙыусыһы, мәшһүр ғалимыбыҙ Рәшит Шәкүр.

Читайте нас