+11 °С
Облачно
VKOKTelegram

Ҡәҙриәгә бүләк итәм

#подписка2021#Бөгөн "Йәншишмә" гәзитенә 2021 йылдың икенсе яртыһына подписка эшләнем. Бөрйән районы Байназар мәктәбенән Ҡәҙриә Салауатоваға бүләккә. Ни өсөн нәҡ ошо ҡыҙға, тиһегеҙме?

Cөнки Ҡәҙриә VII cиныфта тырышып, "бишле"гә генә уҡый. Бына тигән спортсы, иптәштәре менән бергә төрлө ярыштарҙа мәктәп данын яҡлай, алдынғы урындар яулайҙар. Бейеүсе лә ул. Тағы ла Ҡәҙриә Салауатова - минең яҡташым. Шуға уға бүләк эшләргә булдым. Киләсәктә гәзитебеҙ менән нығыраҡ дуҫлашып, яҙышып та торор әле. Байназар мәктәбенән беҙҙең йәш хәбәрселәребеҙ күп кенә бит.
Дуҫтар, олатай-өләсәйҙәр, апайҙар-ағайҙар, ә һеҙҙең шундай бүләк эшләрлек уҡыусы ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ, улдарығыҙ, ҡыҙҙарығыҙ, балаларығыҙ йәки таныштарығыҙ бармы? Һеҙ ҙә уларҙы "Йәншишмә"ле итә алаһығыҙ. Гәзиткә хат ташыусылар аша ла, интернет аша ла (https://podpiska.pochta.ru/press/П2765) яҙылып була.
Индексыбыҙ - П2765.
Ярты йылға яҙылыу хаҡы - 535 һум 2 тин.
Читайте нас