+27 °С
Облачно
VKOKTelegram

Йәйге каникулды ла - "Йәншишмә" менән!

Баймаҡтан ҡыуаныслы хәбәр килде. Ҡалалағы 4-се лицейҙың VI «В» синыфынан ун бер уҡыусы «Йәншишмә»гә яҙылған. Был хаҡта уҡытыусылары Гөлгөнә Исмәғил ҡыҙы Яҡшыбаева еткерҙе.

– Беҙҙең синыфта әүҙем, тәртипле һәм берҙәм уҡыу­сылар йыйылған. Нурислам Сараев менән Наилә Сәлихова һүрәт төшөрөргә әүәҫ. Наилә «Минең әкиәт геройым» район һүрәттәр конкурсында еңеүсе булһа, Нурислам – ҡул эштәре буйынса район бәйгеләрендә призёр. Алтынбай Хәсәнов Баймаҡ тураһында видеоэкскурсия төшөрөп, Маҡтау ҡағыҙы алып ҡыуанды. Шулай уҡ Кәрим Хәкимовҡа арналған республика интернет-викторинаһында һәм «Иғтибар, йылмаябыҙ!» район фотоконкурсында – Илзирә Ғәлиуллина, Әхмәтзәки Вәлидигә арнал­ған олимпиадала һәм КРИТ конкурсында Сәләмәтлек йылына арнап төшөргән видеояҙмаһы менән Айгиз Омор­ҙаҡов та районда приз­лы урын яуланы. Ә Камилла Саникина лицейҙа үткәрелгән «Яҙ һылыуы» бәйгеһендә еңеп сыҡты. Спортты яратҡан Динар Мәүлекәев ушу-саньда буйынса беренселекте бер кемгә лә бирмәй.

Синыфта оҫта ҡурайсыларыбыҙ ҙа бар. Улар – Рифат Йәндәүләтов, Нурислам Сараев һәм Алтынбай Хәсәнов. Яңыраҡ Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнделәр. Камилла Ибраһимова менән Гөлназ Дәүләтбаева белем усағының – иң әүҙем уҡыусылары. Өҫтәүенә, бик матур бейейҙәр. Лицей­ҙағы бер сара ла улар­һыҙ үтмәй. Ә Айгүзәл Иҫәндәүләтова йырлап ебәр­һә, бар тирә-яҡ моңға күмелә, бөтәһе лә хайран ҡала.

Быйылғы уҡыу йылын бына ошондай уңыштар менән тамамланыҡ. Улай ғына түгел, йәй буйы яратҡан гәзитебеҙҙән айырылмаҫ өсөн тағы ла «Йәншишмә»­гә яҙылып, бүләк тә оторға хыялланабыҙ, – ти Гөлгөнә Исмәғил ҡыҙы.

Зөһрә ХӘКИМОВА.

Читайте нас