+17 °С
Облачно
VKOKTelegram

Балаларыбыҙ "Йәншишмә"не уҡып үҫһендәр!

– "Йәншишмә" – исеменә есеме тура килеп торған берҙән-бер балалар һәм үҫмерҙәр баҫмаһы. Уҡыусылар үҙ телендә уҡыһын, аралашһын, телебеҙҙе үҫтерәйек, юғалтмайыҡ, тип төрлө саралар үткәреүегеҙгә, төрлө конкурстар иғлан итеүегеҙгә, бүләкләп тороуығыҙға ҙур рәхмәт, редакция хеҙмәткәрҙәре, – тип яҙа Баймаҡтағы 4-се лицейҙың башланғыс синыфтар уҡытыусыһы Зөбәйҙә Әүхәҙи ҡыҙы Тойғонова.

– Баймаҡтағы 4-се лицейҙың IV "Б" синыфын тамамлаусы уҡыусыларым менән ике йыл рәттән яратҡан "Йәншишмә"беҙгә синыф менән яҙылдыҡ. Шунан редакцияның Маҡтау ҡағыҙҙарын, журналист Зөһрә Хәкимованың шәхсән махсус бүләген дә алдыҡ. Белһәгеҙ ине, нисек уҡыусыларымдың ҡыуанғанын?! Барыһынан да иң шатлыҡлыһы – уҡыусыларымдың гәзитте тағы ла яратып уҡый башлауҙары һәм башҡа башҡортса баҫмаларға ҡыҙыҡһыныуҙары уяныуы. Тимәк, "Йәншишмә" уҡыусыларҙы йәлеп итә алды. Ә баҫма минең беренсе ярҙамсыма әйләнде. Һеҙҙе нисек ярҙамсыма әйләнеүе ҡыҙыҡһындырамы? Әйҙәгеҙ, синыф менән һеҙ ҙә яҙылып ҡарағыҙ. Ә беҙҙә был эште директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Гөлшат Рим ҡыҙы Байдәүләтова (хәҙер хаҡлы ялда) башлап ебәргәйне. Был башланғысты башҡорт теле уҡытыусылары, унан башланғыс синыфтар уҡытыусылары (башҡорт синыфтары) дәррәү күтәреп алды.

Әйҙәгеҙ, хөрмәтле уҡытыусылар, барыбыҙ ҙа ҡушылайыҡ ошо бәйгегә! Һеҙҙән дә ҡыуаныслы хәбәрҙәр көтөп ҡалабыҙ.

Читайте нас