Әйҙәгеҙ, ҡулыбыҙҙан килгәнсә тырышайыҡ, уларҙың изге эшен хуплайыҡ һәм яҙылайыҡ "Йәншишмә"гә, рухлы милләттәштәр! Сөнки оло тормош даръяhына юл тап ошондай тереhыу сығанаҡ – йәншишмәнән башлана бит! Тимәк, беҙ мотлаҡ ошо балалар гәзите "Йәншишмә"не һәр бала-сағалы өйҙә яҙылып, уҡырға тейешбеҙ, тип уйлайым, – ти Фәүзиә Иҙелбаева, "Киске Өфө" гәзите хәбәрсеһе, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты.