+12 °С
Облачно
VKOKTelegram

Рамаҙанға – "Йәншишмә"!

Әлеге "Йәншишмә" гәзит-бүләк Көйөргәҙе районы Яҡшымбәт мәктәбенең III синыф уҡыусыһы Рамаҙан Аҡъюловҡа юллана. Ул күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнә.

Аҡъюловтарҙа – 5 бала, 3-әүһе мәктәптә уҡый. Тиҙҙән "Йәншишмә" килә башлаһа, ҡыуана-ҡыуана гәзит уҡыясаҡтар бит инде! Ә ошо изге бүләкте кем эшләгән, тиһегеҙме? Әлбиттә, баҫмабыҙҙың әүҙем һәм тоғро дуҫы, әлеге белем усағының уҡытыусыһы Рузалиә Әхмәҙи ҡыҙы Айҙарова бүләк иткән. Вәт, шәп!
Дуҫтар, гәзит-журналдарға арзан хаҡҡа яҙылыу дауам итә. Әйҙәгеҙ, ҡушылығыҙ, "Йәншишмә" – бүләк" бәйгеһенә!
Читайте нас