+34 °С
Ясно
VKOKМакс

Һөйөнсө! Баймаҡтағы 4-се лицей!

Әле хаҡлы ялдағы лицей ветераны, Баймаҡ районы советы депутаты Гөлшат Рим ҡыҙы Байдәүләтова белем усағына гәзит – бүләк эшләне. Ялдағы ветеран гел ошолай үҙенең туған лицей уҡыусыларына гәзит яҙҙырта ул. Афарин! Һеҙ – күптәргә өлгө! Ҙур рәхмәт. Изгелелегеҙ меңләтә үҙегеҙгә ҡайтһын!

Ҡәҙерле дуҫтар! Гәзит-журналдарға 2021 йылдың икенсе ярты йыллығына арзан хаҡҡа 17 июнгә тиклем яҙылыу дауам итә.
"Йәншишмә" гәзите 1 июнь – Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арнап, республика уҡытыусылары араһында гәзит – бүләк конкурсы башлағайны.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: бының өсөн һәр уҡытыусы һәм рухлы милләттәштәребеҙ гәзит – бүләк, йәғни "Йәншишмә" баҫмаһын бер балаға яҙҙырттып, үҙенең сәхифәһенә репост эшләргә тейеш.
Конкурста ҡатнашыусы әлегә тиклем [https://vk.com/club45440006| төркөмөнә яҙылмаһа, әйҙәгеҙ, рәхим итегеҙ!
Бәйгелә иң күп лайыҡ йыйған уҡытыусыға редакцияның Маҡтау ҡағыҙы һәм бүләк тапшырыласаҡ.
Читайте нас