– Белһәгеҙ икән, улымдың нисек ҡыуанғанын! Артур бала саҡтан шиғыр тыңларға ярата. Үҙе лә уҡый. Әлбиттә, күберәген минән уҡыта. Ул үҙ аяҡтары менән йөрөй алмағас,өйҙә күберәк китап уҡый, компьютерҙа ултыра. Беҙ яратҡан шағирәбеҙ Гөлфиә апайға һаулыҡ теләйбеҙ, уның гәзит бүләк итеүе – баһалап бөткөһөҙ оло ихтирам, – ти тулҡынланып, малайҙың әсәһе Рәйлә ханым.