Бына Сибайҙағы 1-се мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сәриә Билал ҡыҙы Буранғолова гәзит – бүләген "Ирәндек" лицейының IV синыф уҡыусыһы Искәндәр Раевҡа яҙҙыртты. Ул – уҡыу алдынғыһы, матур итеп йырлай, сәхнәлә оҫта итеп уйнай. Вәт, шәп! Хәҙер Искәндәр ҡыуана инде гәзит – бүләккә. Рәхмәт, Сәриә Билал ҡыҙы! Бик ҙур изге эш башҡарҙығыҙ!
"Йәншишмә" гәзите 1 июнь – Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арнап республика уҡытыусылары араһында гәзит – бүләк конкурсы башлағайны.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: бының өсөн һәр уҡытыусы һәм рухлы милләттәштәребеҙ гәзит – бүләк, йәғни "Йәншишмә" баҫмаһын бер балаға яҙҙырттып, үҙенең сәхифәһенә репост эшләргә тейеш.
Бәйгелә иң күп лайыҡ йыйған уҡытыусыға редакцияның Маҡтау ҡағыҙы һәм бүләк тапшырыласаҡ.