+14 °С
Облачно
VKOKМакс

Вәт, шәп өләсәй!

Шатлыҡлы хәбәр килеп кенә тора, шөкөр! Өлгөр генә. Салауат районы Малаяҙ ауылынан әүҙем генә өләсәй шылтыратты. Миңзифа Рәүф ҡыҙы Иштуғанова ейәне Айнур Низаевҡа "Йәншишмә" гәзитен яҙҙыртҡан. Афарин!

Әлбиттә, ейәне гәзит – бүләк өсөн ныҡ ҡыуанған. Бына шундай өлгөлө, йомарт өләсәйең булыуы ҙур бәхет инде! Рәхмәт һеҙгә, Миңзифа Рәүф ҡыҙы! Һау булайыҡ, бергә булайыҡ!
Читайте нас