+12 °С
Облачно
VKOKTelegram

Ҡырмыҫҡалыла – гәзит-бүләк

Әле 2021 йылдың икенсе яртыһына гәзит-журналдарға яҙылыуҙың һуңғы аҙнаһы башланды. "Йәншишмә" гәзит-бүләк" конкурсында ҡатнашырға теләк белдереүселәр әүҙемләшә. Ҡырмыҫҡалы районының Малай мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Миләүшә Радик ҡыҙы Ғәйфуллина гәзит-бүләк эшләне.

Ул ошо мәктәптең VI синыф уҡыусыһы Илнар Хәмитовкә "Йәншишмә" яҙҙыртты. Вәт, шәп!
– Илнар тик "дүртле" һәм "бишле" билдәләренә уҡый. Башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәрен ярата. Быға тиклем ул "Аҡбуҙат", "Аманат" журналдарын алдырһа, тиҙҙән "Йәншишмә" гәзите менән танышыр, артабан үҙе алдырып уҡый башлаясаҡ, тип уйлайым, – ти Миләүшә Радик ҡыҙы. Бик мәслихәт! Рәхмәт, Миләүшә Радик ҡыҙы. Шулай дуҫтарыбыҙ артып торһон!
Әйткәндәй, "Йәншишмә" гәзите 1 июнь – Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арнап республика уҡытыусылары араһында гәзит – бүләк конкурсы башлағайны.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: бының өсөн һәр уҡытыусы һәм рухлы милләттәштәребеҙ гәзит – бүләк, йәғни "Йәншишмә" баҫмаһын бер балаға яҙҙырттып, үҙенең сәхифәһенә репост эшләргә тейеш.
Конкурста ҡатнашыусы әлегә тиклем [https://vk.com/club45440006| төркөмөнә яҙылмаһа, әйҙәгеҙ, рәхим итегеҙ!
Бәйгелә иң күп лайыҡ йыйған уҡытыусыға редакцияның Маҡтау ҡағыҙы һәм бүләк тапшырыласаҡ.
Читайте нас