+1 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
9 Сентябрь 2021, 15:14

Бергә-бергә күңеллерәк!

Ниһайәт, яңы уҡыу йылы ла башланды.

Хәҙер инде мәктәп һеҙҙең шат тауыштарҙан шау-гөр килеп торалыр әле. Дәрестәр генә түгел, матур-матур кисәләр, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар, байрамдар ҙа үтәлер.
Ҡәҙерле дуҫтар, һеҙҙең уҡыуҙар башланғас, «Йәншишмә» лә ҡыуана. Мәктәптә, гимназияла, лицейҙа үҙегеҙ менән осрашыуҙы һағынып бөттөк. Күңелле бит бергә булыу, һеҙҙең шатлыҡ-һөйөнөстәрҙе уртаҡлашыу! Кәрәк икән, барығыҙға ла ярҙам итергә, серҙәш, дуҫ, кәңәшсе булырға әҙербеҙ.
Белеүегеҙсә, 1 сентябрҙән белем усаҡтарында уҡыуҙар ғына түгел, 2022 йылға «Йәншишмә» гәзитенә яҙылыу ҙа башланды. Әйҙәгеҙ, дуҫтар, быйылғы уҡыу йылын да бергә-бергә үткәрәйек!
Шуныһы шәп: беҙҙең гәзиткә бер йылға ла яҙылырға була. Улай отошлораҡ та! Бер яҙылаһың да аҙаҡ йыл буйына мәшәҡәтләнмәйһең.
Хәҙер рәхәт: «Йәншишмә»гә өйҙән сыҡмай ғына ла яҙылырға мөмкин. Бының өсөн https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/1055/ һылтанмаһына инегеҙ.
Әгәр ҙә гәзитебеҙҙең электрон версияһын һайлаһағыҙ, уның хаҡы күпкә арзаныраҡ: бер йылға – ни бары 583 һум ғына. Ә ярты йылға – 342 һум. Ул сағында «Йәншишмә»нең һәр һаны PDF форматында электрон почтағыҙға киләсәк.
Гәзиттең ҡағыҙҙа баҫылғанына «Рәсәй Почтаһы»ның сайты аша ла яҙылып була. Был осраҡта https://podpiska.pochta.ru/press/П2765 һылтанмаһына инергә кәрәк.
Матбуғат баҫмалары менән смартфон йә планшет аша танышырға яратыусылар өсөн яҙылыуҙың тағы бер юлы бар: гаджетығыҙға RBSMI тигән мобиль ҡушымта ҡуйығыҙ.
Android өсөн: https://play.google.com/store/apps/details?id=ru.rbsmi
Apple өсөн: https://apps.apple.com/ru/app/rbsmi/id1510705578
Ҡуйылған ҡушымта ярҙамында «Йәншишмә» гәзитен һайлағыҙ.
Шул уҡ ҡушымта аша подписканы рәсмиләштереп, аҡсаһын күсерегеҙ.
Аҙаҡ инде яратҡан гәзит-журналдарығыҙҙы смартфонда йә планшетта рәхәтләнеп уҡый аласаҡһығыҙ.

«Йәншишмә»гә бер айға яҙылыу хаҡы – 90 һум 79 тин,
ярты йылға – 544 һум 74 тин. Индексы – П2765.
Бер йылға яҙылыу хаҡы – 1 014 һум 73 тин. Индексы – П3371.


Ә кемдәр 2021 йылдың икенсе яртыһына яҙылырға онотҡан, һеҙгә шуны еткерәбеҙ: әле лә һуң түгел. Әгәр 20 сентябргә тиклем өлгөрһәгеҙ, «Йәншишмә» өйөгөҙгә октябрҙән килә башлар.
Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ, дуҫтар!

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: