

Беҙ уларға редакцияның Маҡтау ҡағыҙы һәм киләһе 2022 йылдың I ярты йыллығына уларҙың бер уҡыусыһына октябрь айында "Йәншишмә" гәзитенә подписка - бүләк вәғәҙәләгәйнек. Ура, шул көн дә килеп етте! Бүләк-гәзит кемгә эләкте, тиһегеҙме? Бына бәхетле балалар: Әбйәлил районы Рауил мәктәбе уҡыусыһы Заһир Зәйнитдинов, Сибайҙағы Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы уҡыусыһы Гөлфинә Яхина һәм Өфөләге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһының VIII "Г" синыфы уҡыусылары гәзитле булды. Афарин! Бүләк эшләүсе хөрмәтле уҡытыусылар, байрамығыҙ менән ҡотлайбыҙ! Уҡыусылар араһында милли матбуғатҡа һөйөү тәрбиәләгәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт белдерәбеҙ.