

Ул беҙгә: «Тырышып уҡырға, күпте белергә һәм гәзит-журналдарҙы ла яҙҙыртып торорға кәрәк», – ти. Беҙ атайыбыҙҙы яратабыҙ. Артур ағайым менән уның эштән ҡайтҡанын һағынып көтөп алабыҙ.
Иң яҡшы кеше –
Минең атайым.
Исемен ҙурлап,
Наҙлап атайым.
Иң көслө кеше –
Ул бит, ул ғына.
Оҡшатып уға
Атлайым бына.
Әминә РАМАҘАНОВА,
I «Б» синыфы уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы, Фатима Мостафина исемендәге
20-се башҡорт гимназияһы.