+16 °С
Болотло
VKOKTelegram
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
7 Декабрь 2021, 18:45

Бишбүләктә – "Йәншишмә"

Беҙҙең  тоғро дуҫыбыҙ, Бишбүләк районы Ҡаныҡай мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сөмбөл Алламорат ҡыҙы Әсфәндиәрова өс дана "Йәншишмә" гәзитенә яҙылған. Ике данаһын мәктәп уҡыусыларына гәзит-бүләк эшләгән. Афарин, Сөмбөл Алламорат ҡыҙы!

Бишбүләктә  – "Йәншишмә"Бишбүләктә  – "Йәншишмә"
Бишбүләктә – "Йәншишмә"

Дуҫыбыҙ шул тиклем тырышып эшләй. Ул үҙе бар башҡорт баҫмаларының барыһын  да алдыртып уҡый. Гәзитебеҙ һәм телебеҙҙең  киләсәге өсөн  ныҡ борсола. 

Һеҙҙең кеүектәр күп булһын ине. Еңел булмаған эшегеҙҙә уңыштар һәм һаулыҡ теләбеҙ. Бергә булайыҡ!

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас