+13 °С
Облачно
VKOKTelegram
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
7 Декабря 2021, 19:15

Көйөргәҙеләргә – "бишле"!

Ҡыуаныслы хәбәр алдыҡ. Бигерәк шәп бит! Беҙҙең тоғро дуҫыбыҙ, Көйөргәҙе районы Яҡшембәт мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рузалиә Әхмәҙи ҡыҙы Айҙарова беҙҙе лә, балаларҙы ла ҡыуандырҙы. Ул ике дана "Йәншишмә"не уҡыусыларға гәзит-бүләк итеп яҙҙыртты. Кемдәргә, тиһегеҙме?

Көйөргәҙеләргә  –  "бишле"!Көйөргәҙеләргә  –  "бишле"!
Көйөргәҙеләргә – "бишле"!

Береһе – III синыф уҡыусыһы Вилдан Ҡотломбәтов булһа, икенсеһе VIII синыф уҡыусыһы Фатима Зәйнүтдинова бәхетенә эләкте. Вәт, шәп бүләк! 

Рузалиә Әхмәҙи ҡыҙы, һеҙ маҡтауға лайыҡ! Барығыҙға ла һаулыҡ һәм уңыштар теләйбеҙ!

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас