

Балаларҙы Лариса апайҙары ла көтөп торған икән. Осрашҡас, ул почтальон һөнәре тураһында һөйләне. Гәзиткә яҙылған уҡыусыларға тәмлекәстәр бүләк итте. Иң мөһиме, уҡыусылар үҙҙәренә Яңы йылға шәп бүләк эшләне. Синыф етәксеһе Фәнүзә Миңлебулат ҡыҙы Хәлитова ла маҡтауға лайыҡ. Ул уҡыусыларға иҫтәлекле һәм шәп байрам ойошторҙо.
Дуҫтар, һеҙҙә нисек гәзиткә яҙылыу эше бара?