

Бөгөн Өфөнөң "Үҙәк баҙар" сауҙа комплексында ойошторолған Матбуғатҡа яҙылыу көнөнә килеп, Гөлфирә Риф ҡыҙы башҡорт телендә сыҡҡан республика гәзит-журналдары – «Йәншишмә», «Йәшлек», «Башҡортостан», «Киске Өфө», «Аҡбуҙат», «Аманат», «Шоңҡар», «Ағиҙел», «Ватандаш», «Башҡортостан ҡыҙы», «Һәнәк», «Тамаша», шулай уҡ «Ашҡаҙар» һәм «Торатау» район гәзиттәренә яҙылды.
Башҡорт теле көнөнөң төп геройҙарының береһе - бит ул рухлы, уҡымышлы милләттәшебеҙ Гөлфирә Абдуллина. Бик күптәргә өлгө! Уға рәхмәт әйтеп, эшендә уңыштар, ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ.