+20 °С
Облачно
VKOKTelegram
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
18 Декабря 2021, 18:45

Уҡытыусы гәзиттең киләсәге өсөн борсола

Әбйәлил районы Рауил мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гүзәл Ғиззәт ҡыҙы Әхмәҙиева:  – Ишҡол почтаһына барып,  V синыфынан тик "бишле"ле билдәләренә өлгәшкән, "Мостай уҡыуҙары" әҙәби-ижади конкурсының "Йылдар эҙенән" номинацияһында призлы урын яулаған, үҙе – күп балалы ғаиләнән, бик шәп уҡыусым Айгүзәл Йәрмөхәмәтоваға "Йәншишмә" гәзитен  бүләк  итеп яҙҙырттым.

Уҡытыусы гәзиттең киләсәге өсөн борсолаУҡытыусы гәзиттең киләсәге өсөн борсола
Уҡытыусы гәзиттең киләсәге өсөн борсола

   Тағы өҫтәп, үҙем эшләп йөрөгән мәктәп уҡыусылары уҡыһын тип,  Рауил мәктәбе өсөн дә "Йәншишмә" гәзитенә яҙылдым.

  Хәҙерге атай-әсәйҙәр ниңәлер гәзиткә яҙыла һалып бармай, рухи аҙыҡ тураһында уйланмайҙар кеүек, минеңсә. Элек уҡытҡан балаларымдың атай-әсәйҙәре күҙгә генә ҡарап,  гәзит-журнал уҡыһындар ғына, тип торалар ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөнгө атай-әсәйҙәр, хатта ауыл ерендә йәшәгәндәре лә, өйҙә үҙенең балаһы менән урыҫса аралаша. Бала мәктәпкә килеп, башҡортса диктант яҙа алмайым, тип илап ултырған осраҡтар ҙа бар. Ҡайһы бер  әсәйҙәрҙән: "Ни өсөн өйөгөҙҙә балағыҙ менән үҙ телебеҙҙә күберәк һөйләшмәйһегеҙ?" – тип аптырап һорайым. Улар:"Урыҫса һөйләшһә, мәктәптә һәйбәт уҡый", – ти. Ә үҙем аптырап, урыҫ теле уҡытыусыһынан: "Бар балалар ҙа  урыҫ теленән диктантты яҡшы яҙамы?"  – тип һорайым. Уҡытыусы:"Юҡ", – тип яуаплай. 

Ә бит башҡортса һөйләшкәндәр – урыҫ, башҡорт телдәренән дә,  яҙма һәм һөйләү телмәренән дә тик яҡшы билдәһенә генә уҡый. Бында уйланырға урын бар, минеңсә. Әлбиттә, былар минең шәхсән фекерем, – ти ул.

Хөрмәтле атай – әсәйҙәр, уҡытыусы Гүзәл Ғиззәт ҡыҙының фекеренә лә иғтибар итһәгеҙ ине. Әлбиттә, һәр кем үҙенсә уйлай, үҙенсә хәл итә, әммә рухи аҙыҡ хаҡында ла онотмаһаҡ ине, тип әйтәһе килә.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас