+15 °С
Облачно
VKOKМакс
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
22 Декабря 2021, 05:00

"Балалар матбуғат менән дуҫ булһын!"

"Йәншишмә" гәзитенең элекке йәш хәбәрсеһе Лариса Сәхибгәрәева Илеш районы Исәмәт мәктәбендә башҡорт теленән уҡыта. Республика балалар баҫмаһын бөгөн дә алдырып, үҙе лә йөкмәткеле мәҡәләләрен ебәреп, беҙҙе ҡыуандырып тора. Әле бына яҡташтары - Илеш районы Йәйләү ауылы мәҙине Миңлеразый Баһманов менән Исәмәт ауылының имам-хатибы Дәйсән Шәйхелисламовтарҙың да уҡыусыларға 2022 йылдың тәүге ярты йыллығына "Йәншишмә"гә подписка бүләк итеүе тураһында ҡыуаныслы яңылығы менән уртаҡлашты.

"Балалар матбуғат менән дуҫ булһын!""Балалар матбуғат менән дуҫ булһын!"
"Балалар матбуғат менән дуҫ булһын!"

Алла бирһә, Яңы йылдан һуң Илеш районындағы балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приютҡа һәм Исәмәт мәктәбенә аҙна һайын гәзитебеҙ килә башлаясаҡ. Шулай итеп, дин әһелдәре йәш быуында милли рух, башҡорт теленә һөйөү, ихтирам тәрбиәләүгә үҙ өлөштәрен индерҙе. "Балалар кесе йәштән республикала йәшәгән тиҫтерҙәре тормошо менән танышһын, Башҡортостан тарихын өйрәнһен, милли тәрбиә алһын, матбуғат менән дуҫ булһын", - тигән фекерҙә Миңлеразый Шәйхрази улы һәм Дәйсән Тимерйән улы.

Изге эштәре өсөн уларға ихлас күңелдән рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ һәм ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ.

Фото: Лариса Сәхибгәрәева.

"Балалар матбуғат менән дуҫ булһын!"
"Балалар матбуғат менән дуҫ булһын!"
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас