

Төрлө синыфтарҙан Эдгар Хәйруллин, Ләйлә Үтәбаева, Азамат Шәғәлин, Залина Миңгәрәева, Рушан Усманов, Айлина Хөсәйенова, Айгүзәл Түлебаева, Асет Хажалиева, Йәсминә Ғәйнетдинова, Резеда Мусина, Карина Ғәйфуллина, Гүзәл Рәхимова, Лиана Мәжитова, Арыҫлан Мәхмүтов, Ильяс Шаһийәзданов, Илсур Сәхийәров, Самира Мөхәмәтйәнова, Зөлхизә Эниева, Гөлдәр Хөсәйенова һәм башҡалар республикала балалар өсөн сыҡҡан берҙән-бер башҡортса гәзит менән ныҡлап дуҫлашмаҡсы. Киләсәктә һеҙҙең яҙмаларығыҙ ҙа гәзит биттәрендә баҫылып сығыр әле. Ижад емештәрегеҙҙе, гимназияғыҙҙа үткән сағыу саралар тураһында мәҡәләләрегеҙҙе ебәреп торорһоғоҙ, тип көтәбеҙ, яңы дуҫтарыбыҙ!
Икенсенән, башҡорт баҫмаларының тиражын арттырыуға үҙ өлөшөгөҙҙө индереүегеҙ өсөн хуплауға лайыҡ һеҙ, уҡыусылар. Бының өсөн рәхмәт!