+14 °С
Облачно
VKOKTelegram
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
28 Декабря 2021, 10:55

Гимназистарға – ике дана “Йәншишмә”гәзите!

Күптән түгел Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт интернат-гимназияһы уҡыусыларына Ханнан Вәлиулла улы Ишмырҙин матбуғат баҫмаларын яҙҙыртып, бик ҙур бүләк эшләне. Ханнан ағайҙың иң изге уй-ниәте – балалаларҙы башҡорт матбуғатына ылыҡтырыу, баҫмалар аша телгә һөйөү, милли үҙаңды уятыу. Яңы йылдан уҡыусыларға – ике дана "Йәншишмә", шулай уҡ өс дана "Киске Өфө" гәзите килә башлаясаҡ! Афарин!

Гимназистарға – ике дана “Йәншишмә”гәзите!Гимназистарға – ике дана “Йәншишмә”гәзите!
Гимназистарға – ике дана “Йәншишмә”гәзите!

 – Ханнан Вәлиулла улы 2019 йылдан Почётлы гимназист исемен йөрөтә. Арҙаҡлы яҡташыбыҙ, райондың шәхси эшҡыуарҙары берекмәһе етәксеһе, рухлы һәм ышаныслы уҙаман, сәмле һәм егәрле замандашыбыҙ гимназияға даими ярҙамын күрһәтеп тора. Уҡыу корпусының ҡыйығы периметры буйлап балҡыған дюралайт та – уның бүләге.

Ханнан Вәлиулла улына ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ һәм уны етеп килгән Яңы йыл байрамы менән ҡотлап, уға ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ. Балаларҙың рәхмәттәре төшөп, һеҙгә һөйөнөс һәм шатлыҡтар булып кире ҡайтһын, Ханнан ағай! Бүләккә яуап итеп, уҡыусыларыбыҙ ҙа яратҡан гәзиттәренә мәҡәләләрен ебәреп торор, тип ышанабыҙ, – ти белем усағының директоры Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы Монасипова.

Гимназистарға – ике дана “Йәншишмә”гәзите!
Гимназистарға – ике дана “Йәншишмә”гәзите!
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас