

Бигерәк тә күп уҡытыусыларҙың төрлө бәйгеләрҙә әүҙем ҡатнашҡан балаларға «Йәншишмә» гәзитен бүләк итеүҙәре ҡыуаныслы күренеш булды. Ошо изгелек эшләгән остаздарға уңыштар, һаулыҡ теләп, рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Беҙҙең элекке йәш хәбәрсебеҙ, Өфөләге 161-се лицейҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Миләүшә Нурулла ҡыҙы Моратшина ла ике уҡыусыһына шундай шәп бүләк эшләне. Кемдәргә, тиһегеҙме? Беренсе бүләк эйәһе – Ләйлә Ишдәүләтова, VII «М» синыфы уҡыусыһы. III синыфтан башҡорт теле буйынса төрлө конкурстарҙа ихлас ҡатнашып, уңыштарға өлгәшә. Тырыш, итәғәтле ҡыҙ яҡшы уҡый, бейеү түңәрәгенә лә йөрөргә өлгөрә. Төрлө сәхнәләрҙә сығыш яһай. Ул «Һаумы, һаумы, әкиәт!» бәйгеһендә, Ҡазан ҡалаһында уҙған «Йәлил уҡыуҙары»нда II урын алһа, «Туҡай уҡыуҙары»нда I урын алып һөйөнгән. Математика синыфында уҡыуына ҡарамаҫтан, башҡорт телендә фәнни эштәр яҙа. Әйткәндәй, «Ғарипов уҡыуҙары»нда былтыр I урын алды. Ләйләнең яратҡан бәйгеләренең береһе – «Илһам» нәфис һүҙ оҫталары конкурсы. Күптән түгел үткәрелгән «Диктор тауышы» бәйгеһендә призёр булыу бәхетенә иреште. Башҡорт теле буйынса олимпиадаларҙа ла ҡатнаша. «Глобус» бәйгеһендә 100 балл йыйһа, былтыр «Гагарин кубогы»нда еңеп, электросамокат менән бүләкләнде.


Ә икенсеһе – Арыҫлан Ҡырымсурин, III синыфта белем ала. Уны күптән беләһегеҙ инде. Үҙен маҡтағандан маҡтағы килә: фантазияға бай, матур фекерләй, ныҡ әүҙем, өлгөр, тырыш. Былтырғы уҡыу йылында «Илһам» конкурсы еңеүсеһе булһа, яңыраҡ төбәк-ара «Диктор тауышы» бәйгеһендә еңеп ҡыуанды. Әйҙә, гәзит менән дә дуҫ булһын, тип уҡытыусыһы Арыҫланға «Йәншишмә»гә яҙылыу квитанцияһын бүләк итте. Хәҙер инде гәзитебеҙҙе рәхәтләнеп уҡыр.
Ләйлә менән Арыҫлан бына шундай матур бүләк алды уҡытыусыларынан. Бының өсөн Миләүшә Нурулла ҡыҙына рәхмәт әйтәбеҙ. Ул һаман да «Йәншишмә»нең тоғро дуҫы булып ҡала, балаларға ла шулай гәзит бүләк итеп тора. Әлдә һеҙ бар әле донъяла! Эйе, башҡорт балалары «Йәншишмә»не уҡып үҫһен ине.
Зөһрә ХӘКИМОВА,