+15 °С
Облачно
VKOKМакс
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
12 Февраля 2022, 12:35

Мәңге сылтырап аҡ!

Әйтерһең дә, тарих төпкөлөнән

Мәңге сылтырап аҡ!Мәңге сылтырап аҡ!
Мәңге сылтырап аҡ!

Тау-таш ярып аҡҡан саф шишмә.

Рухыбыҙға көс-ҡеүәттәр өҫтәр

Сихәтең бар һинең, "Йәншишмә"!

Ижад донъяһына алып инер

Тоғро дуҫы булдың күптәрҙең.

Хыялдағы өмөт-сатҡыларҙы

Йондоҙ итеп күккә күтәрҙең.

Кәңәшсе лә, серҙәш тә һин миңә

Һинең менән донъям түңәрәк.

Тынғы белмәй мәңге сылтырап аҡ,

Тыуған көнөң булһын мөбәрәк!

Юлиә ӘХМӘТЙӘНОВА.

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас