+21 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Эмилдең дә велосипед отҡоһо килә!

Көйөргәҙе районы Яҡшембәт мәктәбенең III синыф уҡыусыһы Эмиль Хәмитов та "Йәншишмә" ле булды. Почта бүлексәһенә барып, яратҡан гәзитенә яҙылып ҡайтҡан.

Эмилдең дә велосипед отҡоһо килә!
Эмилдең дә велосипед отҡоһо килә!

– Минең дә редакцияла уйнатылған велосипедты отҡом килә. Сөнки ғинуар айында ойошторолған "Яҙыл да бүләк от!" уйынында синыфташым Илнар төп призды эләктерҙе бит! Етмәһә, ошо көндәрҙә күҙҙе ҡыҙҙырып, бүләк-велосипедты уға тапшырҙы гәзиттең баш мөхәррире Мирсәйет Ғүмәр улы, – тип һөйләй Эмиль.

Һиңә уңыштар теләйбеҙ!

Ҡәҙерле дуҫтар! Әле гәзит-журналдарға 2022 йылдың икенсе ярты йыллығына алдан яҙылыу бара. 31 мартҡа тиклем генә дауам итәсәк. Был акция ваҡытында "Йәншишмә"гә күпкә арзаныраҡ хаҡ менән яҙылырға була, һуңынан артыуы көтөлә.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: