+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Рәхәтләнеп уҡыйбыҙ

Беҙ Түбәнге Яйыҡбайҙа йәшәйбеҙ. Мәктәпкә уҡырға күрше ауыл­ға йөрөйбөҙ. Төштән һуң дәрестәремде әҙерләп бөтәм дә ҡарт­әсәйемә йорт эштәрендә ярҙамлашам. Ә кистәрен күмәкләп гәзит уҡыйбыҙ. Эй, яратам да мин ошо мәлде!

Рәхәтләнеп уҡыйбыҙ
Рәхәтләнеп уҡыйбыҙ

Өй эсе йылы. Тышта ел һыҙғыра. Ә беҙ рәхәтләнеп яңылыҡтар менән танышабыҙ, башватҡыстар сисәбеҙ. Мин – «Йәншишмә»не, ҡартәсәйем «Йәшлек»те ҡулына ала. Уны уҡып бөтөүгә районыбыҙҙың «Һаҡмар»ы, унан һуң «Киске Өфө» гәзите һәм «Шоңҡар» журналы көтөп ята.
Быйыл да ошо баҫмаларҙың барыһына ла яҙылдыҡ.

Гөлсибәр Исмәғилева.
Баймаҡ районы,
Ниғәмәт мәктәбе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: