+26 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Алгизгә – гәзит-бүләк!

Беҙҙең тоғро дуҫыбыҙ, Өфө ҡалаһының 79-сы почта бүлексәһенең хеҙмәткәре Гөлнара Сәләх ҡыҙы Ҡантимерова бер уҡыусыға "Йәншишмә" гәзит-бүләк эшләне. Кемгә икән, тиһегеҙме?

Алгизгә – гәзит-бүләк!
Алгизгә – гәзит-бүләк!

Ул – Баймаҡ районы Аҡморон мәктәбенең III синыф уҡыусыһы Алгиз Ҡасҡынов. Алгиз гел "бишле"гә уҡый, төрлө конкурс, бәйгеләрҙә ҡатнашып, мәктәп данын күтәрә.

Рәхмәт, Гөлнара Сәләх ҡыҙы! Һеҙгә һаулыҡ һәм эшегеҙгә уңыштар теләйбеҙ! 

Ҡәҙерле дуҫтар! Әле гәзит-журналдарға 2022 йылдың икенсе ярты йыллығына алдан яҙылыу бара. 31 мартҡа тиклем генә дауам итәсәк ул. Был акция ваҡытында "Йәншишмә"гә күпкә арзаныраҡ хаҡ менән яҙылырға була, һуңынан артыуы көтөлә.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: